Accessibility links

Кайнар хәбәр

Бурыстар аҙая


Республика хөкүмәтендә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү мәсьәләһе тикшерелде.

Ултырышта билдәләнеүенсә, донъя баҙарындағы финанс кризисҡа һылтанып ҡайһы бер етәкселәр хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү мәсьәләһендә һүлпәнлек күрһәтә.

Һөҙөмтәлә республика предприятиеларында 102 миллион һумдан ашыу бурыс тупланған. Дөйөм алғанда, был күрһәткес илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Шулай ҙа эш хаҡы буйынса бурыстарға бәйле хәл даими иғтибар талап итә, тине хөкүмәт премьер-министры.

«Урындағы хакимиәт башлыҡтары, предприятиеларҙағы хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү һәм предприятиелар етәкселәренең социаль яуаплылығын артттырыу өсөн етди саралар күрергә кәрәк», тип билдәләне хөкүмәт премьер министры Раил Сарбаев.

Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, сәғәтәт, инновация, инвестиция сәйәсәте һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, бурыстарҙың күпселек өлөшө машиналар эшләү тармағына тура килә. Әлбиттә, был предприятиеларҙың милекселәре төрлө. Шулай ҙа урындағы хакимиәттәрҙең вәкәләттәре, эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләтеү өсөн мөмкинлек бирә.
XS
SM
MD
LG