Accessibility links

Кайнар хәбәр

Салауат Юлаевтың тыуған көнө


Йәшләй азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып, Емельян Пугачевтан бригадир дәрәжәһе алған Салауат яугир ғына түгел, шағир, йырсы-импровизатор булараҡ та танылыу ала.

Крәҫтиән һуғышы етәкселәре һәләк булып, йә ҡулға алынып бөткәс тә, Салауат Юлаев ҡаршылыҡ хәрәкәтен дауам итә. Империяның даими ғәскәрҙәре менән тиң алышыуға ҡарамаҫтан, Салауат яуы еңелә. Батыр Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелеккә һөргөнгә оҙатыла һәм 1800-се йылда вафат була.

Тарихсылар фекеренсә, Салауаттың тормош һәм ижад юлы тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән. Ул һөргөнгә оҙатылғас, Салауатҡа ҡағылышлы документтар йә сер итеп һаҡланған, йә юҡҡа сығарылған. Дошман ҡулына эләкмәһен өсөн яугирҙең үҙе тарафынан бер арба рәсми ҡағыҙҙарҙы яндырыуы ла билдәле.

Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев әйтеүенсә, Салауат исемен мәңгеләштереү, донъя кимәленә сығарыу өсөн фильм төшөрөү һәм фәнни эштәрҙе сит телдәргә тәржемә итеп баҫтырыу мөһим. Әммә ҡыҙғанысҡа был йылдан-йыл әйтелә торған һүҙҙәргә генә әйләнә бара.

Халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаев-Башҡортостан тарихында ҙур урын алып тора. Уның исемен ҡала һәм райондар, спорт командалары йөрөтә. Бер үк ваҡытта Салауат Юлаев һәйкәле Европала иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Салауат Юлаев һәйкәлен Башҡортостандан ситтә лә бик күптәр белә, ул башҡала ҡунаҡтарының, Өфө халҡының яратҡан ял урындарының береһе.

Салауат Юлаев исеменең мәртәбәһе йылдан-йыл үҫә бара. Уның тураһында тиҫтәләгән фәнни мәҡәләләр, китаптар баҫыла, конференциялар уҙа, күптән түгел махсус энциклопедия донья күрҙе.
XS
SM
MD
LG