Әле урындарҙа тәбиғәт ҡазаһы һөҙөмтәләре иҫәпләнеп, махсус документтар туплана. Ошо турала федераль министр Елена Скрынник белдерҙе. Республика хужалыҡтары үҫтергән иген уңышы быйыл яҡынса ике миллион тоннаға етер тип күҙаллана. Былтыр ул 5 миллион тонна ине.
Башҡортостандың 48 районында ҡоролоҡ сәбәпле махсус режим индерелгән. Белгестәр әйтеүенсә, борсолорға урын юҡ. Халыҡты икмәк менән тәьмин итеүҙе республика тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Төбәктең аҙыҡ-түлек именлеге өсөн яҡынса миллион тонна иген кәрәк. Быйылғы уңыш иһә был һандан ике тапҡырға күберәк буласаҡ.