Документ Башҡортостан президентының агросәнәғәт комплексының кадрҙар ҡеүәтен дәүләт яҡлауы буйынса саралар тураһындағы Указы нигеҙендә раҫланды. Президент указына ярашлы ауыл ерҙәрендәге агросәнәғәт комплексы предприятиеларында эшләүселәр йәки эш башларға теләүсе йәш белгестәргә 3 йыл дауамында айлыҡ түләүҙәр бүленә.
Йәштәрҙе ауылға эшкә йәлеп итеүҙә был бик мөһим аҙым ти ауыл хужалығы министрлығынан Раил Афзалов. Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға өс йыл дауамында 7 мең, урта һөнәри учреждениеларҙы тамамлаусыларға 4 мең һум түләнәсәк.
Указ нигеҙендә шулай уҡ бер тапҡыр бирелә торған пособиелар күләме лә билдәләнде. Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн ул 100 мең һум, урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларға 60 мең һум. Пособиелар йыл һайын юғары белемле 100, урта һөнәри белемле 150 йәш белгескә түләнәсәк.