Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мәктәптәрҙә умартасылыҡ серҙәренә өйрәтә башлауҙары ихтимал


Был хаҡта Ейәнсурала умартасылар конкурсында мәғариф министрлығы вәкиле Артур Сурин белдерҙе.

Конурста быйыл 80-гә яҡын кеше ҡатнашты. Унда 6 йәшлектәр ҙә, 70 йәшлектәр ҙә бар ине.

Риф Ғәфүр улына 73-сө йәш. Мәсетленән Ейәнсураға тиклем 700 саҡырымды үтеп ул конкурста ҡатнашыуҙы кәрәк тип тапҡан. Ейәнсуранан Илгиз Ермаков үҙенең төп ярҙамсыһы менән килгән. Улы Илнур - ғаилә тардицияларын дауам итеүсе.

Башҡортостанда ҡортсолоҡ - ауыл хужалығының бер тармағы ғына түгел, ә халыҡтың быуаттар буйы һаҡлап килгән аҫыл йолалары ла. Уларҙы түкмәй-сәсмәй йәш быуынға тапшырыу - бәйгене ойоштороусылар шундай маҡсаттар ҡуйған.

Йәш умартасылар өсөн махсус дәреслектәр ҙә әҙерләнә. Умартысылыҡ - табышлы тармаҡ, ти белгестәр. Республикала уңғандар хатта йылына 1-2 мллн һумға тиклем саф табыш ала, ти белгестәр. Башҡортостандың 248 мәктәбендә йәш умартасылар әҙерләнә. Умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге ҡайһы бер мәктәптәр менән рамдар һәм башҡа кәрә-яраҡтар яһау өсөн килешеүҙәр төҙөгән.

Балалар хеҙмәткә лә өйрәнә, умартасылыҡ эшен ғәмәлдә лә күрә, ти белгестәр. Башҡорт балы даны бар доъяға таралған. Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, Умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге Япоия, Ғәрәп Әмираттары, Франция, Германия һәм башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек итә.
XS
SM
MD
LG