Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов билдәләүенсә, республика хеҙмәт баҙарының төп күрһәткестәре шул турала һөйләй. Быйылғы ҡатмарлы шарттарҙағы эш тә шуны күрһәтә - бар социаль партнерҙарҙың берҙәм эшмәкәрлеге хеҙмәт баҙарын көйләргә мөмкинлек бирә.
Халыҡты эш менән тәьмин итеүгә ярҙам буйынса программа сиктәрендә үткән 8 ай эсендә 72 меңдән ашыу кеше эшкә урынлашҡан. 8 меңдән ашыу эшһеҙ һөнәри уҡыуҙар үткән. Был программанан тыш, республикала Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы ла тормошҡа ашырыла.
Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлеккә республикала айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Уҡыу йорттарын тамамлаусылар һәм предприятиелар араһында стажировка үтеү буйынса килешеүҙәр төҙөлә. 2 мең ҡыҙ һәм егет 349 ойошмала һөнәри белемен камиллаштырасаҡ. Фидус Ямалетдинов Йәштәрҙе эшкә урынлаштырғанда килеп тыуған ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтарға ла иғтибар итте.