Accessibility links

Кайнар хәбәр

Аксаков байрамы Надеждино ауылында дауам итте


Рәсәй һәм Болгария тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Аксаковтар нәҫеленең яҡты иҫтәлеге Башҡортостанда ҡәҙерләп һаҡлана.

Надеждино ла Аксаковтарҙың ҡайтанан тергеҙелгән йорт музейы эшләй, сиркәүҙә дини йолалар үткәрелә. СССР-ҙың халыҡ артисы Юрий Назаров. Болгариянан Бөйөк Тырново университеты профессоры Иван Стоянов Аксаковтарҙың Болгария дәүләте төҙөлөлөшөндә роле тигән ғилми эш өҫтөндә эшләгән.

Тырново Университеты Башҡорт дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек итә. Аксаков тарихи мәҙәни үҙәге тағы ла үҙенең бал йорто, халыҡ шөғөлдәре оҫтаханаһы менән үҙенсәлекле. Бында килгән һәр кем ауылдың һәләтле кешеләре, уларҙың ҡул эштәре менән таныша ала. Оҫталар үҙ һөнәрен ауыл балаларына ла өйрәтә.

Әҙәбиәттә тәрән эҙ ҡалдырған яҙыусыларға Башҡортостан республикаһының Аксаков исемендәге дәүләт премияһы тапшырыла. Һуңғы йылдарҙа ғына лауреаттар исемелеген Василий Белов, Валерий Ганичев, Михаил Чванов, Валентин Распутин, Станислав Куняев һәм Талха Ғиниәтуллин кеүек арҙаҡлы ҡәләм оҫталары тулыландырҙы.
XS
SM
MD
LG