Accessibility links

Кайнар хәбәр

Сусҡа киҙеүенә ҡаршы саралар күрелә


Өфө халыҡара аэропортында махсус санитар - карантин пункты көсәйтелгән режимда эшләй башланы. Белгестәр сит илдәрҙән ҡайтҡан йәки эшкә килгәндәрҙең барыһын да сиргә тикшерә.

Ноябргә тиклем 800 самаһы рейс, йәмғеһе 110 меңләп пассажир, экипаж ағзалары тикшереү үткән. Эпидемиологтар 90 кешелә тымау йәки башҡа сирҙәр асыҡлаған, уларҙың барыһы ла тейешле медицина ярҙамы алған.

Халыҡара аэропорттың генераль директоры ярҙамсыһы Әмир Солтангәрәев әйтеүенсә, халыҡ-ара рейстар айырым иғтибар үҙәгендә. Республикала әлегә раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса 10 кеше сусҡа киҙеүенән һәләк булған. Әммә рәсми рәүештә киң мәғлүмәт сараларында үлемесле бер осраҡ тураһында ғына хәбәр ителде. Өҫтән төшөрөлгән фарман буйынса матбуғатта киҙеүҙән һаҡланыу тураһында ғына мәғлүмәт бар. Бөгөн Башҡортостанда сусҡа киҙеүенә ҡаршы прививка эшләү башланды.

Яңы вирусҡа ҡаршы прививкалар тәү сиратта коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнә. Икенсе этапта медицина хемәткәрҙәре, уҡытыусылар килә. Киҙеүгә ҡаршы ете йөҙ меңгә яҡын доза вакцина әҙерләнгән. Заманса технологияларға нигеҙләнеп эшләнгән вакцина тәүге һынауҙы уңышлы үткән. Белгестәр билдәләүенсә, һаулыҡ өсөн уның бөтөнләй зарары юҡ.

Грипп һәм йоғошо инфекция менән ауырыусыларҙың күбәйеүе сәбәпле республиканың айырым дарыуханаларында вирусҡа ҡаршы препараттарға хаҡтар бермә-бер артыуы күҙәтелә. Ошо айҡанлы хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев гриппка ҡаршы көрәш мәсьәләләренә арналған республика видеоселекторында кеше һаулығында аҡса эшләү енәйәткә бәрәбәр тип билдерҙе һәм киҙеү осоронда хаҡтарҙы яһалма күтәреү менән бәйле һәр осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ тигәйне. Әлегә енәйәт эше ҡуҙғатылыу тураһында хәбәр юҡ.

Сусҡа киҙеүе сәбәпле хажға барыусылар ҙа етди күҙәтеүгә алыдныд. Бөгөн уларҙың бер төркөмө сәфәргә юллана. Быйыл республиканан 300 кеше хаж ҡылырға барыу теләген белдергән. Мәккәгә тур хаҡы яҡынса 80-110 мең һум тирәһе. Өфөнән изге сәфәргә хажиҙар бөгөн һәм 14-се, 16-сы һәм 19 ноябрҙә оса. Улар республикаға 6 декабрь көндө әйләнеп ҡайтасаҡ.

Урал хаж төркөмө ағзаһы хажи Сәғит Исмәғилев әйтеүенсә, хажға барыуҙың хаҡын арта бара. Киләһе йылда ошо төркөм уны 65 меңгә төшөрөргә иҫәп тота. Был хажға барырға теләүсе бөтә мосолмандар өсөн тигеҙ мөмкинлектәр тыуҙырыу маҡсатында эшләнә.
XS
SM
MD
LG