Республикала яңы йылда тиҫтәнән ашыу янғын сыҡҡан. Уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Шартлатҡыс матдәләрҙе һатыуҙа сикләү үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмаған. Табиптар әйтеүенсә, петарданан бер малай һәм ҡыҙ ҙа зыян күрмәгән. Ә бына йығылып имгәнеүселәр һаны арта төшкән. Табиптар быны кешеләрҙең хүефһеҙлек сараларын теүәл үтәмәүе менән аңлата.
Ғәҙәттәгесә, ҡышҡы каникулдар табиптар өсөн ҡыҙыу мәл. Көн һайын ашығыс ярҙам күрһәтеү үҙәгендә йөҙҙәрсә шылтыратыу ҡабул ителә. Был тәү сиратта ваҡ йәрәхәттәр, тән бешеүе, өшөү, ризыҡ һәм алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары. Ауыр тән йәрәхәттәре менән мөрәжәғәт итеүселәр һирәк. Шулай ҙа медицина ярҙамы күрһәтеү пунктары байрам көндәрендә лә ғәҙәти режимда эшләй. Табиптар әйтеүенсә, ошондай графикта эшләүгә улар күнегеп тә бөткән.
Дөйөм алғанда, Яңы йылдың тәүге көнөндә башҡала травпунктарына 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Был ябай көндәр менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға күберәк. Бер үк ваҡытта табиптарға аяҡ-ҡулдары һынған пациенттар ҙа килә. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәбе- балаларҙың һырғалаҡтан шыуғанда ябай ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауы. Йәрәхәт алыусылар араһында оло йәштәгеләр ҙә юҡ түгел. Янғындарҙың төп сәбәбе тип белгестәр йылытыу ҡоролмаларын ҡулланғанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәүҙе билдәләй.