Accessibility links

Башҡортостанда кластерҙар төҙөү һәм үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды


Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшереүҙәр институтында үткән түңәрәк өҫтәлдә «Башҡортостанда кластерҙар төҙөү һәм үҫтереү» һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Кәңәшмәлә Германия белгестәре - Курт Хорншильд һәм Карл-Хайнц Клингер ҡатнашты. Сит ил вәкилдәре Өфөгә «Башҡортостандың сәнәғәт сәйәсәтен билдәләү һәм үҙгәртеп ҡороуҙы бойомға ашырыу» программаһы сиктәрендә килгән.

Германия вәкилдәренең сәфәре дүрт көнгә иҫәпләгән. Ошо ваҡыт эсендә улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуап алырға ниәтләй. Беренсе сиратта улар Башҡортостанда кластерҙар төҙөү һәм үҫтереү менән ҡыҙыҡһына.

Был проект Башҡортостандың сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы һәм Германияның иҡтисад һәм технологиялар министрлығы менән берлектә ойошторола. Бынан тыш, Өфөгә сәфәре сиктәрендә сит ил вәкилдәре респубикала энергомашина төҙөлөлөш кластерын һәм туристик кластерҙы төҙөү буйынса фекер алышасаҡ.
XS
SM
MD
LG