Улар араһында «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы» законды бойомға ашырыу, тарихи материалдар, йолаларҙы өйрәнеү һәм тергеҙеү, күрше төбәктәрҙәге башҡорттар менән бәйләнеш урынлаштырыу кеүек бик күп эштәр бар. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса әле Яңауыл ҡалаһы һәм районында 24 мең самаһы башҡорт йәшәй.
Уларҙың телен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төбәктә бик күп эштәр башҡарыла. Конференцияла сығыш яһаусылар билдәләүенсә, ҙур йыйынға заман менән бергә атлаған делегаттар һайланырға тейеш. Шуға ла Яңауылдар өсөнсө ҡоролтайға делегаттарҙың утыҙ процент самаһын йәштәр араһынан һайлауға өҫтөнлөк бирҙе.
Райондың ауыл биләмәләрендә әле ике тиҫтәгә яҡын ҡоролтай эшләп килә. Был ойошмаларға тарихын, телен һәм тыуған ерен һөйгән, шулай уҡ халыҡ араһында абруй ҡаҙанған ил уҙамандары етәкселек итәрайон башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин.
Конференцияла ҡатнашыусылар башҡорт мәҙәниәте, теле һәм халҡы яҙмышы тураһында ла етди фекер алышты. Яңауылдар милләтте бергә туплаған оло йыйынды ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Бөтә донъя башҡорттарының өсөнсө ҡоролтайында Яңауыл районынан 10 делегат ҡатнашасаҡ.
Конференцияла сығыш яһаусылар билдәләүенсә, ҡоролтай башҡорттарҙы бер көскә туплау һәм берләштереү, киләһе йылдарға уй-ниәттәр ҡороу һәм башҡа йүнәлештәге мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән ифрат оло әһәмиәткә эйә.