Accessibility links

«Бәхетле инглиз теле» авторы Өфөгә килде


Башҡалаға билдәле мәғариф хеҙмәткәре, «Бәхетле инглиз теле» әсбаптары авторы Мирем Бибелетова килде. Республианың инглиз теле уҡытыусыларына методик семинар үткәреү маҡсатында килгән белгес республикала ике көн буласаҡ.

Мирем Бибелетова Рәсәйҙә «Бәхетле инглиз теле» китаптары буйынса танылыу алған. Уҡыусының йәше, шәхес сифаттары һәм һәләтен иҫәпкә алып уҡытыла торған китаптар бөтөн илдә ҡулланыла. Башҡортостанға ул ун биш йыл элек индерелгән.

Күпселек белем йорттарында инглиз теле тап ошо ҡулланмалар ярҙамында уҡытыла. «Бәхетле инглиз теле» уҡытыусыны ла бала мөмкинлектәрен дә күҙ уңында тотоп төҙөлгән. Сит телде өйрәнеү ваҡытын да күпкә тиҙләтә. Балаға ул тирә-яҡ мөхит, ғаилә һәм башҡа ҡиммәттәр миҫалында өйрәтелә.

«Мирем Бибелетова уҡытыусыларға китаптың бар мөмкинлектәрен төшөндөрөү маҡсатында килгән», ти Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының бүлек мөдире Сәғит Настретдинов.
XS
SM
MD
LG