Accessibility links

Мәскәүҙә башҡорт мәҙәниәте кисәһе үтте


Сараны ойоштороусылар кисәне «Аулаҡ өй» тип атаған. Юғары иҡтисад мәктәбе дәүләт университетының интерклуб үҙәгендә төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыу матур йолаға әйләнгән.

Быға тиклем бында осетин, рус һәм башҡа халыҡтарға арналған кисәләр үткән. Студенттар башҡорт кисәһенә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килгән. Сараға юғары уҡыу йортонда белем алыусы ҡыҙҙар һәм егеттәрҙән тыш, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа йыйылды. Клубтың фойеһында Башҡортостан тәбиғәтен, халҡының көн күрешен сағылдырған күргәҙмә лә эшләне.

Картина һәм башҡа әйберҙәрҙе «Мираҫ» галереяһының Мәскәүҙәге вәкиллеге ҡунаҡтар ихтибарына сығарҙы. Башҡорт мәҙәниәте кисәһе университет студенттарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тапты. Кемдәрҙер башҡорт милли йолаларын үҙ халҡының йолалары менән сағыштырҙы. Кемдәрҙер башҡорт милли аштарынан тәү тапҡыр ауыҙ итте.

Кисә Булат Йосоповтың Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмын ҡарау менән тамамланды. Кисәлә ҡатнашыусы яҡташтар кисәнән рухи күтәреңкелек менән таралышты.
XS
SM
MD
LG