Accessibility links

Кайнар хәбәр

Абхазия менән Башҡортостан хеҙмәттәшлек йүнәлешен билдәләне


Республика хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаев һәм Абхазия хөкүмәте рәйесе Сергей Шамба ике республика араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙы.

Документ 2010-2011-се йылдарға иҫәпләнгән. Абхазия президенты Сергей Багапш әйтеүенсә, иң ауыр саҡтарҙа Башҡортостан, Татарстан һәм Краснодар крайы Абхазияға ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Абхазия менән Башҡортостан араһында бәйләнештәр үҙ-ара уңайлы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға мөмкинлек асылған яңы шарттарҙа үҫеш ала, Башҡортостандың тәҡдимдәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, беҙ төҙөлөш һәм ауыл хужалығы техникаһын, йәмәғәт транспортын һатып алырға әҙербеҙ, тине Абхазия хөкүмәте рәйесе Сергей Шамба.

Республика хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаев билдәләүенсә, Башҡортостан Абхазия менән 1994-се йылда уҡ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған төбәктәрҙең береһе. 2005-се йылда был килешеү яңыртылды.
XS
SM
MD
LG