Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡанунһыҙ мигранттар ҡыуыла


Аэропортта урынлашҡан законһыҙ миграцияға ҡаршыу тороу буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре йылдың тәүге дүрт айында 3 меңдән ашыу сит ил кешеһен һәм гражданлығы булмаусыларҙы тикшергән.

«Өфө» халыҡара аэропортын Башҡортостандың һауа ҡапҡаһы тип атайҙар. Көн һайын уның аша бер нисә мең пассажир үтә. Кемдер туғандарына ҡунаҡҡа, йә иһә ял итеү өсөн килә, ә кемдер сит илдәргә сыға.

Аэропортта урынлашҡан законһыҙ миграцияға ҡаршыу тороу буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре йылдың тәүге дүрт айында 3 меңдән ашыу сит ил кешеһен һәм гражданлығы булмаусыларҙы тикшергән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 16,3 процентҡа күберәк. Мигранттарҙың күбеһе Урта Азия илдәренән килә.

Мәҫәлән, Башҡортостан быйыл Үзбәкстан ренспубликаһынан 755, Таджикстандан 428 һәм Төркиәнән 532 кешене ҡабул иткән. Уларҙың күбеһе аҡса эшләү теләге менән республиканы һайлай. Шулай уҡ шәхси сәфәр, туризм, эшлекле командировка, коммерция һәм белем алыусылар ҙа байтаҡ.

Йыл башынан алып Рәсәй законын боҙоусы сит ил гражданына 14 административ протокол төҙөлгән. Улар, башлыса Үзбәкстан, Таджикстан һәм Молдова кешеләре. Бынан тыш, ғинуарҙан майға тиклем 42 гражданин республика биләмәһенән ҡыуылып тыуған иленән ҡайтырға мәжбүр булған.

Йәйге каникулдар алдынан Рәсәйҙә сит ил паспорттарын алырға теләүселәр һанын арта. Башҡортостанда ла уҙған йыл менән сағыштырғанда сит илгә сығыусылар һаны ике тапҡырға артҡан. Был урындағы халыҡтың етеш тормошта йәшәүе тураһында һөйләй. Халыҡ күбеһенсә паспорттың яңы төрөнә өҫтөнлөк бирә, шулай уҡ иҫке өлгөләр ҙә кешеләрҙә ҙур ихтыж менән файҙалана.
XS
SM
MD
LG