Янғын зыян күреүсе 9 ғаиләгә яңы йорттар, мунса, һарайҙар төҙөләсәк. Уларға шулай уҡ райондың эре ширҡәттәре лә ярҙам итәсәк. Раил Сарбаев әйтеүенсә, республика үҙ ватандаштарын бәлә менән бер ваҡытта ла япа-яңғыҙы ҡалдырмай. Шуға ла республика президенты ҡушыуы буйынса Учалы районы Ураҙ ауылында зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтергә ҡарар ителгән.
2004 йылдың майында Ҡырмыҫҡалы районы Алмалыҡ ауылында бер төн эсендә байтаҡ йорттар янып, 16 ғаилә урамда ҡалғайны. Башҡортостан президентының ҡушыуы буйынса уларҙың мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителде - зыян күргән ғаиләләргә бушҡа өр-яңы йорттар һалынды.