Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Европа” фажиғәһенә бер йыл


Янғын 2011 йылдың 22 ғинуарында сыға
Янғын 2011 йылдың 22 ғинуарында сыға

“Европа” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә сыҡҡан янғынға бер йыл. Бер йыл элек булған фажиғә ике кешенең ғүмерен өҙгәйне.

Янғын 2011 йылдың 22 ғинуарында сыға. Евгений Жемчугов һәм 17 йәшлек Гүзәл Булатова һәләк була, 15 кеше зыян күрә. Гүзәл ул ваҡытта солярийҙа була һәм шартлауҙы ишетмәй. Фажиғәлә һәләк булыусыларҙы һуңғы юлға йөҙҙәрсә кеше оҙатты. Эш 21 ғинуарҙа судҡа тапшырыласаҡ.

Кескәй Лиза Жемчуговаға ике йәш тулыуға ҡарамаҫтан ул һөйләшмәй. Ә тап бер йыл элек ул тәүге тапҡыр атай тип әйтергә өйрәнгәйне тип хәтерләй әсә. Ғаилә башлығы Евгений “Европа” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә сыҡҡан янғында һәләк була. “Европа” хужалары Еленаға фатир вәғәҙә итә. Әммә Жемчуговтар һаман фатирҙан-фатирға күсенеп, кеше донъяһында йәшәргә мәжбүр.

Ә янғындан һуң “Европа” үҙәге хужалары зыян күреүселәр өсөн махсус фонд булдырҙы ти “Европа” хужалары мәнфәғәтен яҡлаусы адвокат Николай Нуриәхмәтов. Күптән түгел страховка компанияларының береһе зыян күреүсе үҙәк хужаларына 99 миллион һум күләмендә страховка түләүен тапшырҙы. Тимәк, тиҙҙән төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ, тип күҙаллана. Вәғәҙә бирелгән. Ә күпте кисергән Жемчуговтар фатир алыуға өмөтөн өҙмәй.
XS
SM
MD
LG