Accessibility links

Кайнар хәбәр

Баланың һәләтен бәләкәйҙән тәрбиәлә


Айһылыу
Айһылыу

"Алтынай" балалар театр студияһы ышаныслы аҙымдарын яһай. Ул былтыр көҙ Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында эшләй башлағайны.

Театр студияһында дүрт йәштән алып ун ике йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнә. Айһылыу үҫкәс сәхнә оҫтаһы булырға хыяллана. Әсәһе ҡыҙының теләген тормошҡа ашырыу ниәтендә ,"Алтынай" балалар театрына мөрәжәғәт итә. Студияға ҡабул итеүҙәрен белгәс баланың түбәһе күккә тейә.

Баланың һәләтен ваҡытында күреп уға дөрөҫ йүнәлеш биреү һәр ата-әсәнең бурысы. Ә инде сабыйҙың талантын үҫтереү ул уҡытыусы-педагогтар иңенә төшә. Ошо маҡсатта ,"Алтынай" балалар театр студияһы ла маһир балаларҙы йыйҙы. Әле улар тәүге аҙымдарын яһай. Уларҙы талантлы, исемдәре республикала киң билдәле оҫталар һәм педагогтар уҡыта. Бында тәрбиәләнеүселәр актер оҫталығы, бейеү һәм йыр сәнғәте буйынса дәрестәр ала. Үҙ бинаһын булдырыу хаҡында хыялланған коллектив киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып ижад итә.

Әле март айында үтәсәк сираттағы ,"Һаумы, һаумы, әкиәт!" тип исемләнгән республика конкурсына әҙерлек бара. Бәләкәй балаларҙың тәбиғи һәләтен үҫтереүгә ҙур көс һалыу иң изге бурыс. Был талант һәм оҫталыҡ талап иткән эш. Ә театр-студия ойоштороусылары ҡыйыу рәүештә ошо юғарылыҡҡа табан атлай.
XS
SM
MD
LG