Ултырышты асып Башҡортостан президенты бернисә норматив актҡа ҡул ҡуйыуы тураһында белдерҙе. Уларға ярашлы, 6 августан Рөстәм Хәмитов президент вәкәләттәре менән бер рәттән, туранан-тура республика хөкүмәтенә етәкселек итәсәк.
Рәсми белдереүендә Рөстәм Хәмитов бындай ҡарарҙың сәбәптәрен тәү сиратта Европа илдәре һәм шул иҫәптән Рәсәй төбәктәре иҡтисадында кире күренештәрҙең көсәйеүе, килеп тыуған хәлдең һәр төбәк етәкселегенән тиҙ һәм аныҡ эшмәкәрлек талап итеүе менән аңлатты.Тағы ла бер мөһим сәбәп – 2015 йылдың йәй айҙарында Өфөлә Шанхай һәм БРИКС илдәре ойошмаларының саммиттары уҙыуына бәйле. Донъя кимәлендәге форумдарға әҙерлек республика етәкселегенән күп көс талап итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, 2009 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре саммиты Екатеринбург ҡалаһында уҙғайны. Һис һүҙһеҙ, күрше төбәк үҙәгенең заманса мегаполисҡа әүерелеүендә донъя кимәлендәге форумдың йоғонтоһо ҙур. Күрһәтелгән ышанысты аҡлау өсөн республика хөкүмәтенә лә йылдамыраҡ эшләргә тура киләсәк. Әлегә президент хөкүмәт эшенән ҡәнәғәт түгел.
Хөкүмәт ултырышында Рөстәм Хәмитов республика власть органдарының федераль үҙәк менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу мөһимлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡыҙғанысҡа, әлегә министрҙарҙың федераль үҙәк менән тейешле кимәлдә эш итмәүе кире һөҙөмтәләр бирә. Президенттың билдәләүенсә, республикала дәүләт власы органдары аппараттары күләмен кәметеү, бюрократияны бөтөрөү буйынса эшмәкәрлек тә дауам итәсәк. Был шулай уҡ чиновниктарҙың килемдәре һәм сығымдарын күҙәтеүгә лә ҡағыла.
Республикала алып барылған дәүләт сәйәсәтенең төп маҡсаты – тормош сифатын, халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу. Әммә халыҡ ышанысын яулауҙа коррупция, ришүәтселек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ төшөнсәләре менән эш итеү мөмкин түгел. Президенттың билдәләүенсә, был тәңгәлдә лә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек.
Рөстәм Хәмитовтың белдереүенсә, бынан ары хөкүмәт һәм уның президиумы ултырыштары президент рәйеслегендә үтәсәк. Президент шулай уҡ хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән хоҡуҡи акттар,ҡарарҙар һәм күрһәтмәләр, шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһенә ҡағылышлы документтарға ла ҡул ҡуясаҡ. Хөкүмәт аппараты президент етәкселегенә ҡараясаҡ. Президент ҡарарына сәйәси партиялар вәкилдәре, сәйәсмәндәр үҙ ҡарашын белдерҙе.