Ғади «Беломор»ҙан ҡыйбатлы сувенир

«Беломорканал-экспорт» папиростары ҡалай ҡаптарҙа сығарыла

«Донской табак» ширҡәте Советтар Берлеге заманында киң таралған «Беломорканал» папиростарын августтан башлап яңы ҡаптарҙа һәм яңы хаҡҡа сығара башланы. Улар «Беломорканал-экспорт» тип атала.

Был тәмәкене кешеләр ҡалған сигареттарҙан айырыр өсөн «папирос» тип атай. Легендар «Беломор» ныҡ ҡаты, түбән сифатлы тәмәке менән тултырыла: бер папироста 27–32 мг ыҫмала һәм 1,5–1,7 мг никотин бар. Шуға күрә лә уларҙың хаҡы түбән.

«Беломорканал» Совет заманы тарихында күренекле урында тора. Папиростарҙы 1932 йылда элекке Ленинград тирәһендәге Беломорканал төҙөлөшөнә арнап сығара башлайҙар. Был канал Сталин ҡушыуы буйынса Аҡ диңгеҙ менән Балтыйҡ диңгеҙҙәрен тоташтырыу маҡсаты менән төҙөлгән.

Совет Союзы заманында был папиростар осһоҙ булғанға киң таралған булған. Хәҙер инде Беломорға 80 йыл тиерлек һәм уны сығарусы бер ширҡәт легендар папиростарҙан бренд яһарға ҡарар итә.

Ҡаптағы папиростарҙың һаны 25-тән 18-гә тиклем кәмей, хаҡы киреһенсә, 20 һумдан 60-ҡа тиклем үҫә. Ҡабы ла үҙгәрә – папиростар хәҙер ҡалай ҡаптарҙа сығарыла һәм «Беломорканал-экспорт» тип атала.

РБК daily белдереүе буйынса, 2010 йылда Рәсәйҙә барыһы бергә 2,5 млрд «Беломорканал» папиростары етештерелгән, был илдең тәмәке етештереүенең 0,6 проценты ғына. «Донской табак» ширҡәтенән башҡа, был папиростарҙы сығарырға Рәсәйҙә тағы ла бер нисә ширҡәттең рөхсәте бар.

Папиростарҙың хаҡын һәм ҡабын үҙгәртеп «Донской табак» һауа аландарында йә вокзалдарҙа папиростарҙы туристтарға сувенир булараҡ һатырға иҫәпләй. Ә папиростарҙың даими тартыусыларына «Беломорканал»ды бүтән ширҡәттәр элекке хаҡҡа сығара алыуына шатланырға ҡала.