Алдағы байрам һәм ял көндәрендә Башҡортостанды ҡар-бурандар баҫа. Кесаҙна иртәнсәктән республикала буран ҡотора. Юлдарҙағы ғәҙәти тығындар бер-нисә мәртәбә артты, аэропорт фалиж һуҡҡан хәлдә. Унан хәбәр итеүҙәрәнсә, бер мең самаһы кеше оса алмай, осҡостарҙың төшөү-күтәрелеү юлы таҙартылып өлгөрмәй, буран күҙ асҡыһыҙ ҡотора. Гаишниктар ҙа бөгөн көсәйтелгән режимда эшләй. Трассаларҙа фургондар туҡтап ҡалған.