Януарға һунар хоҡуҡ һаҡлаусылар файҙаһына тамамланды. Медиакорсет ошолай тип яҙып сыҡты. Бында һүҙ Өфөлә ике кешене үлтереүҙә шикләнгән Владимир Шеффер хаҡында бара. Тыңлаусылар иҫләйҙер- яңыраҡ Өфөлә ике кеше егет менән ҡыҙҙы яуыздарса үлтереп машиналарын һәм кейемдәрен урлағайны. Уларҙың береһе тотолдо, икенсеһе Башҡортостан биләмәләренән ситкә ҡасып өлгөрҙө. Хәҙер ошо ҡасҡынды Башҡортостан милицияһы Рязань тарафтарында, Ҡасим ҡалаһында тотҡан. Владимир Шеффер әшнәһе Евгений Фадеев тотолғас, башта ағаһында- Нуриман районында йәшеренеп ята, форсат тыуғас ағаһының машинаһында ҡасҡан булған. ГАИ постарынан алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ул Ҡасим ҡалаһына алыҫ бер туғанына юллана.
Яңыраҡ ҡына Башҡортостан милицияһы башлығы Рафаил Диваев тәфтиш мәғлүмәттәрен таратҡандары өсөн хәбәрселәргә дәғүә белдергәйне. “Хәҙер ҡасҡын барыһы да белә, уны тотоуы ауыр буласаҡ”,тигәйне ул.
Владимир Шеффер Ҡалҡан тип аталған һаҡ хеҙмәтендә эшләгән. Был агентлыҡ республикалағы нефть табыу һәм эшкәртеү ширҡәттәрен һаҡлай. Енәйәт ҡылыуы асыҡланыу менән уны уҙған ваҡыт яҙып эштән ҡыуалар. Ҡулға алғанда енәйәтсенән пистолет табыла. Быны ул Ҡалҡанда эшләгәндә үк алған була, тапшыртырға онотҡан булалар.
Владимир Шефферҙы ике кеше үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Уны Өфөгә алып ҡайтҡандар. Ғәйепләү эшен март башына тиклем тамамлалап, мәхкәмәгә тапшырасаҡтар.