Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда мосолман зыялыһы Зәйнулла ишан исеме мәңгеләштерелә


Билдәле мосолман мәғрифәтсеһе Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына быйыл 175 йыл тула. Республикала был дата киң билдәләнәсәк. Башҡортостан хөкүмәтенең ошо туралағы күрһәтмәһе бар. Документҡа ярашлы майҙа Өфөлә төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Уны Башҡорт Дәүләт университеты Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан мосолмандары Диниә Назараты менән берлектә уҙғара. Конференция йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ та баҫыласаҡ.
Шулай уҡ быйыл Китап нәшриәтендә мосолман зыялыһы Зәйнулла ишандың хеҙмәттәренең һәм уның тураһында китап нәшер ителәсәк. Мәғрифәтсе эшмәкәрлеге тураһында документаль фильм күрһәтеләсәк, Силәбенең Троицк ҡалаһында, Учалы районының Шәрип һәм Әхмәт ауылдарында мемориал таҡтаташтар, Учалы ҡалаһында ишандың бюсы ҡуйыласаҡ. Зәйнулла ишан исемен Учалы районындағы мәкттәптәрҙең береһенә һәм урамына, шулай уҡ Өфөлә бер урамға биреү ҙә ҡарала.
Зәйнулла Рәсүлев 1835-се йылда тыуған, 1917-селә вафат булған. Ул киң күләмле дини, мәғариф һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеге алып барған. Мосолмандар араһында китап нәшер итеүҙе үҫтереүгә лә ул күп көс һалған. 19-сы быуат аҙаҡтарында Троицк ҡалаһында мосолман донъяһында иң билдәле уҡыу йорттарының береһе булған Рәсүлиә мәҙрәсәһен аса.
XS
SM
MD
LG