8-се март алдынан Азатлыҡ радиоһы хәбәрсеһе Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге етәксеһе Рәшиҙә Солтанованан байрам кәйефе һәм ҡатын-ҡыҙҙар алдындағы мөһим мәсьәләләр хаҡында фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы 8-се мартта ғына түгел, башҡа көндәрҙә лә көслө зат гүзәл затты яратырға тейеш, ҡатын-ҡыҙҙар һөйөүгә күмелеп, шул уҡ ваҡытта үҙ ҡәҙерҙәрен белеп йәшәргә тейеш тигән фекерен еткерҙе.
Рәшиҙә ханым ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас булырға тейешле сифаттарҙы ла атаны. Башҡорт ҡыҙҙары пәрәнжә ябынып өй һаҡлап ултырмаған, ирҙәр менән бергә яуға ла барған, һунарға ла сыҡҡан, әммә ҡатын-ҡыҙ нәфислеген гел генә һаҡлап, әҙәпле һәм инсафлы булған тине ул.
Автоһәүәҫкәр ҡатын-ҡыҙҙар инспекторҙарҙан штраф талоны йәки иҫкәртмәләр урынына гөлләмәләр аласаҡ. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Рәсәй автомобилселәр ойошмаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә махсус акция уҙғара. Уның барышында инспекторҙар руль артындағы ҡатын-ҡыҙарҙы тәбрикләйәсәк.