Ошо туралағы маҡсатлы программа раҫланды. Унда әйтелеүенсә, Рәсәй Бөтә Донъя сауҙа ойошмаһына инһә илдең, уның төбәктәренең донъя иҡтисадына интеграцияһы ла артасаҡ. Был үҙ сиратында республиканың инновацион үҫешен тәэмин итеү өсөн заманса фекерләгән белгестәргә лә мохтажлыҡты арттыра. Кадрҙар әҙерләү, уларҙың сит илдәрҙә белемен камиллаштырыу буйынса берҙәм дәүләт системаһы булдырыу шулай уҡ юғары һөнәри белем биреү системаһында Болон декларацияһы положениеларын ғәмәлгә ашырғанда ла кәрәк. Программаға ярашлы, хөкүмәт комиссияһы ойоштороласаҡ. 2012-се йылға тиклем сит илдәрҙә уҡып ҡайтҡан һәм белемен камиллаштырған студенттар, аспиранттар, уҡытыусылар, фәнни хеҙмәткәрҙәр һәм белгестәр 140 кешегә артасаҡ, сит илдәрҙә дәүләт ойошмалары һәм ширҡәттәре хеҙмәткәрҙәре стажировка үтәсәк. Программала милли кадрҙарҙың конкуренцияға һәләтен арттырыу, республиканың интеллектуаль һәм инновацион ҡеүәтен даими үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында алдынғы тәжрибә һәм заманса белем биреү технологиялары менән алмашыу өсөн сит илдәр менән фән һәм мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында айырым әйтелә. Программаны тормошҡа ашырыу Башҡортостандың донъя иҡтисадына интеграцияһын көсәйтергә һәм халыҡ-ара хеҙмәт баҙарында конкуренцияға инеү мөмкинлек бирәсәк. Документты финанслауға 64 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡарала. Уның 20 миллионы республика бюджетынан, 44 миллионы бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан. Башҡортостандың 140 мең студенты 47 йүнәлеш һәм 217 һөнәр буйынса уҡытыусы 12 юғары уҡыу йорто һәм дәүләт вуздарының 18 филиалы бар.