1-се апрелдән егеттәрҙе бер йыллыҡ хәрби хеҙмәткә саҡыра башлаясаҡтар. Ә көҙгө саҡырылышҡа эләккәндәр өсөн йыл ярым һалдат бутҡаһын ашарға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта әле хәрби сафта 2 йылға саҡырылыусылар ҙа бар. Казармаларҙа 3 төрлө саҡырылыш һалдаттарының осрашыуы уставтан тыш мөнәсәбәттәрҙе көсәйтеүе ихтимал, тип борсола ҡайһы бер етәкселәр. Рәсәй армияһындағы устав мөнәсәбәттәрен боҙоу иң йыш һәм өйрәнелмәгән мәсьәлә. Ошо уҡ хәл хәрбиҙәр әҙерләгән уҡыу йорттарына ла ҡағыла. Март башында Новосибирскиҙағы юғары команда хәрби училищеһы курсанты Учалы районы егете Радмир Сәғитов үҙ-үҙенә ҡул һала. 1-се курс курсанты академиялағы йәберләүҙәргә түҙмәй венаһын ҡырҡа. Новосибирскийҙағы юғары команда хәрби училищеһында был беренсе үлем осрағы түгел. Радмирҙың туғандары армия офицерҙары әҙерләгән белем йортонда шундай тәртип булғас, армиянан нимә көтөргә ҡала тигән һорау бирә. Сәғитовтар ҙа, улар ҡайғыһына тараған башҡа меңәрләгән ата-әсә кеүек, ғәйеплеләр табылып тейешле язаһын алыр тигән өмөттә йәшәй.
«Сик буйы-хәрби бурыс, намыҫ һәм Ватан» тип исемләнгән мәҙәни акция бөгөн Стәрлетамаҡта үтте. Сик буйы ғәскәрҙәренең 90 йыллығына арналған был сара кисә Өфөлә ойошторолдо. Акцияла ҡатнашыу маҡсатында башҡалаға Федераль Именлек хеҙмәтенең сик буйы хеҙмәте вәкилдәренән торған делегация килде. Делегация 80 кешенән тора. Улар Федераль именлек хеҙмәте етәкселеге һәм офицерҙары, сик буйы хеҙмәтенең Халыҡ-ара ветерандар ойошмаһы вәкилдәре.Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы хеҙмәте вәкилдәре акция барышында үҙҙәре хеҙмәт иткән ғәскәрҙәр менән таныштырыу маҡсатында күргәҙмәләр, фекер алышыуҙар үткәрәсәк. Бының кеүек акция Удмурт Республикаһында һәм Татарстанда үткән. Федераль именлек хеҙмәтенең Волга буйы федераль округындағы сик буйы хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Виктор Цицвера әйтеүенсә, был төбәктәрҙә акцияның үтеүе осраҡлы түгел. Башҡортостан, Удмурт Республикаһы һәм Татарстан Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы ғәскәрҙәрен яҡшы белгестәр менән тәэмин итә.Башҡортостан президенты менән Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Владимир Стрельцовтың осрашыуында акцияның әһәмиәте һәм дөйөм сик буйы хеҙмәтенең үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышынды. Әле был ведомство үҙгәреш осоро кисерә. 2009-сы йылдан башлап был ғәскәрҙәргә контракт нигеҙендә генә хеҙмәт итергә мөмкин. Тәжрибәле һәм билдәләнгән талаптарға яуап биреүсе хеҙмәткәрҙәрҙе туплау маҡсаты Федераль именлек хеҙмәтенең төбәктәрҙәге идаралыҡтарына йөкмәтеләсәк. Владимир Стрельцов әйтеүенсә, был йәһәттән Башҡортостандағы идаралыҡҡа айырыуса ҙур өмөттәр бағалана. Хәбәрселәр менән осрашыуҙа сик буйы хеҙмәте етәкселеге хеҙмәткә алынасаҡ егеттәргә етди талаптар ҡуйылыуын билдәләй.