Accessibility links

Кайнар хәбәр

Дүртөйлө районында ғәҙәттән тыш хәл


Дүртөйлө районында Урал ауылын ҡар ҡатыш һыу йыуып алып китә яҙған, һыу ағып төшкән тауҙа әүлиә ҡәбере бар, тип белдерә урындағы халыҡ.

Дүртөйлө районы Урал ауылында көтөлмәгән хәл күҙәтелгән.Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына һәләк булыусылар юҡ. Беренсе апрелдә булһа ла уның һис бер көлкөһө юҡ. Ҡараңғы төшөр алдынан оло йәштәге пенсионерҙар, 2-се төркөм ғәриптәр Әхмәҙуллиндар ихатаһына көслө ағым бәреп керә. Һыу үҙе менән бергә ҡалын ҡар ҡатламын да ихатаға килтереп тултыра. Ошо мәлдә урамда йөрөгән йорт хужаһы бабай газ үткәргес торбаға һикереп менеп кенә ҡотолоп ҡала, ә әбей өйҙә бикләнеп ҡала. Метр ярымдағы ҡар ҡатламы ишек-ҡапҡаларҙы тулыһынса ҡаплай.

Белгестәр әйтеүенсә, ағымдың ҡаршыһында кеше генә түгел, машиналар осраһа, уларҙы ла ҡар ҡатыш һыу йыуып алып китер ине. Ҡотҡарыусылар ихатала ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү менән төнгә тиклем булаша. Дүртөйлө районы буйынса ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе Руслан Нәсибуллинға үҙ егеттәре менән бында килеп әбей менән бабайҙы ҡар һәм һыу тотҡонлоғонан ҡотҡарырға тура килә. Бындай ғәҙәти булмаған хәлде ошо өйҙә 49 йыл йәшәгән хужаларҙың күргәндәре булмаған. Урал-бөтөп барған ауыл. Бында 8-9-лап ҡына йорт ҡалған. Уларҙа башлыса пенсионерҙар йәшәй.

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, бәхетле осраҡ арҡаһында ғына бында ҡорбандар булмаған. Оло йәштәгеләр тәбиғәт стихияһына ҡаршы тора алмаҫтар ине. Ә Әхмәҙуллиндарға иһә баҙ-мөгәрәптәрендәге һыуҙы түгергә кәрәк. Ауыл халҡы ҡар-һыу ағып төшкән тауҙа әүлиә ерләнгән тип бара. Бәлки ата-бабалар урындағыларҙы берәй төрлө иҫкәртергә теләйҙер.
XS
SM
MD
LG