Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда яңы ширҡәт төҙөләсәк


Республика президенты эш сәфәре менән Италияла булып ҡайтты. Мортаза Рәхимов металлургия һәм машиналар эшләү ширҡәтәре етәкселәре менән осрашыуҙар үткәргән. Яңауылда ҡорос прокаты етештереү буйынса металлургия ширҡәте төҙөлөшөндә Италия технологиялары һәм ҡоролмаларын ҡулланыу мәсьәләһен тикшергән.

Был инвестиция проектын Башҡортостан Урал тау металлургия компанияһы менән берлектә ғәмәлгә ашыра. Компания етәксеһе республика президентын ”Даниели” компанияһы етәкселеге менән таныштырған. Бәләкәй металлургия ширҡәттәренә ҡоролмалар баҙарының 80 проценты ошо компанияға тура килә. Мортаза Рәхимов ”Даниели” компанияһының машиналар эшләү ширҡәте, был компания ҡорамалдары менән йыһазландырылған металлургия заводы менән танышҡан. Яңауылдағы төҙөлөшкә инвестициялар күләме яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 14 миллиард һумдан ашыр тип көтөлә. Йылына 600 тонна ҡорос прокаты етештереүгә иҫәпләнгән был ширҡәт 1 мең кешене эш менән тәэмин итәсәк.

Рәсми хәбәрҙә Италияла саҡта Мортаза Рәхимовтың Путин менән осрашыуы тураһында хәбәр ителмәй. Италиянан ҡайтҡас та республика етәксеһе Олег Клинскийҙы Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләне. Олег Клинский 1971-се йылда Стәрлетмаҡ ҡалаһында тыуған.

Уның алдында хәҙер "БАЛ" компанияһына бәйле хәлдәрҙе көйләү мәсьәләһе тора. Компанияның элекке хеҙмәткәрҙәре 70 миллион һум самаһы бурысты кире ҡайтарыуҙы талап итә. Бөлгөнлөккә тарыған предприятие үҙ хеҙмәткәрҙәренә 2006-сы йылдың июненән алып хеҙмәт хаҡы түләмәгән. Сыҙамлығы бөткән халыҡ митингҡа сыҡты.
Бер-нисә йыл дауамында ерҙә һәм һауала осоштар именлеген тәэмин иткән белгестәр бындай хәлгә ҡалырбыҙ тип һис тә уйламаған. Беҙ пассажирҙар именлеген күҙ уңында тотоп, эште сифатлы итеп, еренә еткереп башҡарырға тырыштыҡ. Әммә бар нәмәнең аҙағы бар. Сыҙамлыҡтың да, тиҙәр авиакомпанияның элекке хеҙмәткәрҙәре. Компания бөлгөнлөк хәлендә ҡалғас, законға ярашлы, конкурс нигеҙендә идара итеүсе кредиторҙарға бурыстарҙы кире ҡайтара башлай. Бында эшләүселәр мәнфәғәттәре онотола. Һөҙөмтәлә хәҙер предприятие 975 белгескә 72 миллион һум аҡса тейеш.Конгресс холл алдындағы митинг сама менән ике сәғәт барҙы. Унда ҡатнашыусылар тиҙ арала бурысты түләүҙе һәм ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыуҙы талап итте.
XS
SM
MD
LG