Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты башҡорттарҙың һаулығы насарая барыуға борсолоу белдереп Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә фәнни-ғәмәли конференция ойоштороп ебәрҙе. Табиптар һәм белгестәр фекеренсә, халыҡтың бигерәк тә йәштәрҙең сәләмәтлеген бөгөн яман ғәҙәттәр ҡаҡшата. Уларға ҡаршы хатта медицина ла көсһөҙ. Һөҙөмтәлә ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала, демография күрһәткестәре аҫҡа тәгәрәй.
Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан башҡарма комитет халҡыбыҙҙы борсоған байтаҡ темалар буйынса фекер алышыуҙар ойоштора. Ойошманың рәйесе Румил Аҙанабаев фекеренсә, һаулыҡ һаҡлау һәр ваҡыт көн ҡаҙағында, сөнки сәләмәтлеккә халыҡтың киләсәге бәйле.
Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре билдәләүенсә, яман ғәҙәттәргә ҡаршы заманса дауалау алымдары, дарыуҙар хатта сәләмәтлек милли проекты ла ҡаршы тора алмай. Генофондтты һаҡлау, уны яҡшыртыу өсөн эскелек һәм наркомания күренештәрен иҫкәртеү мөһим. Конференция резолюцияһында сәләмәт тормош үҙәктәре асыу тураһында әйтелә. Улар йәмәғәт ойошмалары нигеҙендә эшләр тип күҙаллана.