Башҡортостанда ҡурайсылар бәйгеһе үтә. Ул билдәле педагог һәм ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндың 80 йыллығына бағышлана һәм уның исемен йөрөтә. Әҙеһәм Исҡужин оҙаҡ йылдар Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡытыусылаҡ менән бер ҡатарҙан ҡурай уйнарға ла өйрәтә.
Ҡурай- республикала иң таралған уйын ҡоралы иҫәпләнә. Айырым ауылдарҙа уны һәркем ғыжылдата белә. Мәҫәлән Баймаҡта ҡурай тарта белмәгән кеше егет һаналмай тиҙәр. Республика ҡурайсылар берлеге рәйесе танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов әйтеүенсә, быйылғы бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күплеге лә ошоноң менән аңлатыла. Бәйгелә ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленеп 2 көн барышында иң яҡшы ҡурайсыларҙы асыҡлаясаҡ.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бәйге ойоштороусыларҙы рухи яҡтан дәртләндереүҙән ары китмәгән.