Башҡортостандан элекке сенатор Игорь Изместьевҡа ҡарата тағы бер ғәйеп тағылған. Ул Урал Рәхимовты үлтерергә тырышыуға шикләнә. Был турала сығанаҡтарға билдәһеҙ булып ҡалырға тырышҡан кеше белдергән. Быға тиклем Игорь Изместьев нотариус Галина Перепелкина менән флот офицеры Олег Булатовты үлтереүҙә, ҙур миҡдарҙа ришүәт биреүҙә ғәйепләнә ине. Хәҙер ошоларға 2003-сө йылдағы ваҡиғалар өҫтәлгән. Златоуста типографияны үртәү, 2003-сө йылдың сентябрендә террор ғәмәле ҡылырға маташыу. Ул саҡта мина һалынған автомобиль табып зарарһыҙландырылғайны.