Республика прокуратураһы тағы ла тыйылған әҙәбиәт табыуы тураһында хәбәр итә. Был юлы «Яугирҙар эттәргә ҡаршы» тигән китап, уның тиражы 2 мең 365 булған һәм «Маңҡорттар юбилейы» тип аталған брошюра табылған. Тәфтишселәр уларҙы экстремистик әҙәбиәт тип баһалаған. Тикшереүселәр әйтеүенсә, китаптарҙа тарихи ваҡиғалар кире күҙлектән һүрәтләнгән, Рәсәйҙәге хәл-ваҡиғалар боҙоп күрһәтелгән, тарихи һәм сәйәси шәхестәр тураһында ла насар яҙылған.