Рәсәй Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депуттары ла Владимир Путиндың Рәсәй хөкүмәте башлығы булыуҙарына ыңғай тауыш бирҙе.Мәғлүм булыуынса, республиканан думала Берҙәм Рәсәй фирҡәһенән 14 депутат эшләй. Башҡортостандан дума депутаты Сәлиә Мырҙабаева фекеренсә, Владимир Путин Дәүләт Шураһы ултырышында билдәләгән пландарын хөкүмәт платформаһы итеп алған.