Иҙел буйы федераль округында президент Медведевтың яңы вәкиле. Мәғлүм булыуынса, Владимир Путин үҙ хөкүмәтенә Иҙел буйындағы вәкилен, яҡташы Александр Коноваловты юстиция министры итеп алғайны. Буш торған урынға Көньяҡ федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкил Григорий Рапота күсерелгән. Уны иһә элекке юстиция министры Владимир Устинов алмаштырған.
Александр Коновалов заманында Башҡортостанға прокурор итеп тәғәйенләнгәйне. Республика властәте менән уртаҡ тел табып йәшәне ул. Һуңынан Иҙел буйы округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил итеп үрләтелгәс тә Башҡортостан менән мөнәсәбәттәрен һыуытманы. Килеп хоккей ҡараһынмы, һабантуйҙарҙы тамаша ҡылһынмы, республикаға даими килеп торҙо. Хәҙер ул юстиция министры вазифаһын биләгәс тә, президент Мортаза Рәхимов уның өсөн шат булыуын белдерҙе.
Ә яңы вәкил Григорий Рапотаға килгәндә, ул республика өсөн бөтөнләй ят кеше. Борсаҡ бешерме-юҡмы, әлегә билдәһеҙ. Быға тиклем иһә ҡайһы бер сығанаҡтар Иҙел буйы округына тулы хоҡуҡлы вәкил итеп артабан Башҡортостан йәки Татарстан президенты буласаҡ кеше тәғәйенләнә тип яҙғайны.