Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Восход” һүнде


Нефтекамалағы “Восход” финанс кооперативын ойоштороусылар Федераль эҙләүгә бирелгән. Ошо турала ҡала эске эштәр идаралығының криминалистика бүлеге етәксеһе Илгиз Фазылйәнов белдерҙе. Финанс пирамида эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Нефтекама һәм уның янындағы райондарҙа йәшәгән тиҫтәләрсә мең кеше алданғайны. Улар юғалтҡан аҡса йөҙ миллион һумдан күберәк булыуы ихтимал.

Илгиз Фазылйәнов һүҙҙәренә ҡарағанда, әлегә суд органдары аша ун бер миллион һум аҡса кире ҡайтарылған. Яҙ Нефтекамала “Восход” кооперативының ике хеҙмәткәре ҙур күләмдә аҡсалар менән юҡҡа сыҡҡайны Һөҙөмтәлә уның офистары ябылды, ә ҙур табыш алыуға ышанған халыҡ ғәҙеллек талап итеп урамдарға сыҡты. Әле тәртип һаҡлау органдары Юғалған хеҙмәткәрҙәр һәм улар ҡул һалған аҡсаларҙы эҙләй. Кооператив етәкселеге иһә йәйгә тиклем халыҡҡа аҡсаларын Кире ҡайтарып бирергә вәғәҙә иткәйне. Әммә әлегә аҡсалар ҙа, юғалған хеҙмәткәрҙәр ҙә юҡ. Мутлашыусылар вәғәҙә иткән юғары табышты алыу өсөн ҡайһы берҙәр банктарҙан ссуда алыу һәм хатта үҙ мөлкәтен һатыуҙан да тартынмаған.
XS
SM
MD
LG