Башҡортостан президенты Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт ярҙамы буйынса өҫтәлмә саралар тураһындағы фарманын имзаланы. Указда әйтелеүенсә, Республиканың ижади ҡеүәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында гранттар 2009-сы йылдың 1-се ғинуарынан бирелә башларға тейеш.
Премияға бары сәнғәт һәм мәҙәниәт даирәһендә эшләүселәр дәғүә итә ала. Махсус комиссия йыл һайын 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған 25 кешене һәм 300 мең һумлыҡ 5 ижади коллективты билдәләйәсәк.
Гранттар республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыу, уйын ҡоралдары һатып алыу, республиканың рухи-мәҙәни үҫешенә йүнәлтелгән башҡа эштәр өсөн тотоноласаҡ.
Грантҡа ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә һәм сәфәрҙәрҙә ҡатнашҡан ижадсылар лайыҡ буласаҡ. Ә бына Башҡорт Дәүләт академия драма театры был фармандың буласағын белмәй тороп ошондай сәфәр ниәтләгән. Театр артистары үҙ тарихында тәүге тапҡыр Ҡытайға барасаҡ. Улар Шанхайҙа "Ҡоҙаса" комедияһын күрһәтәсәк. Спектакль ҡытай теленә тәржемә ителгән дә инде. Яңыраҡ Өфөлә Пекин артистары ла булып киткәйне. Үҙ - ара ижади бәйләнештәр тураһында ошо сәфәр барышында һөйләшеп килешелгән.