Тантаналар ғәҙәттәгесә пафос менән Дуҫлыҡ монументында башланды. Бында президент Мортаза Рәхимов сәскәләр гөлләмәһе һалды. Унда славян биҙәктәре тип аталған концерт һәм балалар тамашаһы ла булды. Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуға бәйле был тирәлә машиналар йөрөй алманы. Тамаша ҡылырға сыҡҡан халыҡ йәйәү йөрөнө. Кискелеген Шәфиев урамынан алып Йүрүҙәнгә тиклем Октябрь проспектында ла хәрәкәт туҡтатылды. Сөнки төнгә тартымыраҡ Ҡала хакимиәте алдында салют була. Салют шулай уҡ Салауат һәйкәле эргәһендә һәм Черниковка биҫтәһендә лә атыла.
12 июнь хөрмәтенә рус һәм башҡорт йырсылары концерты ла ойошторолдо. Шулай уҡ Өфөгә Мәскәүҙән дә төркөмдәр килде. Город-312 төркөмө Ленин исемендәге майҙанда ҡоролған сәхнәлә сығыш яһаны. Шулай итеп башҡортостан халҡы арып-талып Рәсәй мөстәҡилеген уҙғарҙы. Бөгөн байрам хөрмәтенә республиканың тиҫтәләгән районында һәм Нефтекама ҡалаһында һабантуйҙар ҙа үтте. Һабантуй тигәндән, хеҙмәт байрамын уҙғарыуҙа халыҡтың фекере етәкселәрҙеке менән тура килә, кешеләр гөрләтеп байрам итә. Хәҙер бындай байрамдар сит төбәктәрҙә лә үтә. Ошо көндәрҙә республика делегацияһы Һамарға бара. Бында Оло Чернигов районында өлкә башҡорттары Һабантуйы үтә.