Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда Салауат көндәре башланды


Өфөлә Рәсәй көнөн билдәләгәндә тәртип боҙоуҙар теркәлмәгән. Был турала бөгөн эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Республиканың башҡалаһы 434 йыллығын билдәләне. Өфө 7 биҫтә, 45 ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала һәм 71 мең гектар майҙанды биләй. Киңлеге төнъяҡтан көнъяҡҡа 53 километр, ә көнсығыштан көнбайышҡа табан 28 километрға һуҙылған. Ҡалала 200-ҙән ашыу эре сәнәғәт предприятиеһы урынлашҡан, тимер юлы, йылға пароходсылығы, халыҡ-ара аэропорт эшләй. 170 мәктәп, 10 дәүләт вузы, 16 стационар дауахана, 26 поликлиника, 6 театр, 8 кинотеатр, 14 музей, цирк, планетарий, меңдән ашыу спорт үҙәге, халыҡ-ара ярыштар үткәрерлек 4 эре стадион һәм бихисап ял, сауҙа үҙәктәре бар. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала 34 мең торлаҡ йортта 1 миллион 40 мең кеше йәшәй. Иң иҫтәлекле урындар – Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле, Ләлә мәсете, Милли музей, Еңеү паркы. Рәсәй көнөндә Башҡортостанда Салауат көндәре лә башланды. Бында башҡаланың Киров районы хакимиәте вәкилдәре сәскәләр һалды, балалар сығыш яһаны. Йола буйынса июнь айында бында милли герой Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арнап шиғриәт байрамдары үтә, һуңғы йылдарҙа республиканың төрлө төбәктәрендә ойошторолған Салауат йыйыны ла ошо майҙанда башлана. Өфө ҡалаһы Киров районы башлығы Азамат Сәғитов әйтеүенсә, милли батыр көндәре тап ошо урындан башланыуы ҙур мәғәнәгә эйә.
Салауат һәйкәле янында ойошторолған байрамда башҡаланың 144-се гимназияһы уҡыусылары батыр иҫтәлегенә арнап шиғырҙар һөйләне, йырҙар, бейеүҙәр башҡарҙы. Шағир Ҡәҙим Аралбаев Салауат Юлаевҡа бағышлаған “Батыр яраһы”, поэмаһынан өҙөктәр уҡып ишеттерҙе. Ағиҙел ярында үткән тантанала төрлө мәктәп уҡыусылары шиғырҙар һөйләне.
XS
SM
MD
LG