Өфөлә бер бала һыуға батып үлгән. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң 3-сө һанлы мәктәп-интернатынан бер төркөм балаларҙы Дельфин бассейнына алып баралар. Һыу ингәндә 1999-сы йылғы бала һыуға бата. Төркөмдәге 18 баланы бассейнға ике тәрбиәсе һәм вожатый алып бара, бассейнда инструктор ҙа була. Тик нишләптер өлкәндәрҙең береһе лә баланы ҡотҡармай. Был ваҡиға буйынса прокуратура тикшереү эше башлаған. Башҡортостанда һыуға батып үлеүҙең был тәүге осрағы түгел. Әлшәй районында балыҡҡа киткән ике егет һыуға батып үлгән. Ваҡиға Ташлы ауылы янындағы быуала була. Улар төнгөлөккә йылға янында ҡалырға була һәм машинаға инеп йоҡларға ята. Ярҙан өс метр алыҫлыҡта ултырыусы Жигули машинаһы эйелеп китеп һыуға сума. Автомобилдән тик бер кеше генә йөҙөп сыға ала, 20 һәм 22 йәшлек егеттәр батып үлә. Был быйылғы йылда Әлшәй районындағы ошондай икенсе фажиғә.
Май башында Ибрай ауылы янында Ниссан машинаһы Димгә төшөп китеп өс кеше һәләк булғайны.
Май башында Ибрай ауылы янында Ниссан машинаһы Димгә төшөп китеп өс кеше һәләк булғайны.