Accessibility links

Кайнар хәбәр

Кредит түләй алмаудан, яшь ҡыҙ үҙенә ҡул һалған


Бер-нисә кредит түләп арыған Эльвира Бәширова исемле ҡатын 11-се ҡаттағы фатирынан һикергән.

Уның ташланыуын танышы мобил телефонға төшөрөп алған. Ҡатын ергә төшкәндә тере була, уны дауаханаға алып китәләр, тик барып етә алмайҙар.
Үлер алдынан ул Гүзәл апаһына яҙған хатында: “Минән ҡалған бар әйберҙәр ҙә һинеке”,- тигән һәм кредит буйынса бурыстарын һанап сыҡҡан. Телефон өсөн ике айҙа 953-әр һум, компьютер өсөн декабрьгә тиклем ай һайын 3 мең 100 һум түләргә кәрәк булған уға.
Башҡортостанда халыҡтың күпселеге тап бурысҡа, йәғни кредит иҫәбенә әйбер ала. Былтыр банктар 50 миллиард бурыс биргән. Был сумманың 13 миллиарды торлаҡ өсөн алынған. Автомобиль алыусыларға 9 милиард ярым һум бүленгән. 2008-се йыл башына ҡарата халыҡтың кредиттары 52 миллиард ярым һум тип баһалана.
XS
SM
MD
LG