Accessibility links

Кайнар хәбәр

Виктор Шмаков экстремизмда ғәйепләнә


Өфөнөң Киров районы мәхкәмәһе Провинция хәбәрҙәре гәзитенең элекке баш мөхәррире Виктор Шмаковҡа ҡарата хөкөм сығарҙы.

Өфөнөң Киров районы мәхкәмәһе Провинция хәбәрҙәре гәзитенең элекке баш мөхәррире Виктор Шмаковҡа ҡарата хөкөм сығарҙы. Уның менән бергә Айрат Дилмөхәмәтовҡа ҡарата ла хөкөм сығарылды. Мәғлүм булыуынса, был ике оппозиционерҙы экстремизимға һәм дөйөм тәртипһеҙлеккә саҡырыуҙа ғәйепләгәйнеләр.

2006-сы йылдың февраль-апрель айҙарында гәзиттең фетнә майҙаны тигән махсус ҡушымтаһында 3 һанда Айрат Дилмөхәмәтовтың мәкаләләре баҫылған. Психологик-лингвистик экспертиза был мәҡәләләрҙә халыҡты ғәмәлдәге власҡа ҡаршы өндәү, ҡанунға бойһонмау һәм Башҡортостанда власте көс ҡулланып яулауға саҡырыуҙар тапҡан.
Тикшереүҙәрҙән һуң мәхкәмә Виктор Шмаковты ла Айрат Дилмөхәмәтовты ла икешәр йылға шартлы рәүештә хөкөм иткән. Бынан тыш улар ваҡытлы матбуғат сараларында яуаплы вазифа биләүҙән мәхрүм ителде. Ғәйепләнеүселәрҙең хөкөм ҡарары буйынса реакцияһы хәбәр ителмәй.
XS
SM
MD
LG