Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республикала 5 мең наркоман рәсми теркәлгән


Салауат ҡалаһы мәктәптәрендә махсус тестар ярҙамында ата-әсәләр балаһының наркотик ҡулланыу- ҡулланмауын белә ала.

Халыҡ ара наркоманияға һәм уның менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәш көнөндә Республикала йөрәк менән яҡлау акцияһына йомғаҡ яһалды. Мәғлүм булыуынса, Салауат ҡалаһы мәктәптәрендә өлкән синыф уҡыусыларының ата-әсәләренә махсус тестар таратылғайны. Был тестар ярҙамында ата-әсәләр балаһының наркотик ҡулланыу- ҡулланмауын белә ала. Бының өсөн тесты баланың һейҙегенә тығып алыу ҙа етә. Акцияны "Салауатнефтеоргсинтез" йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәвәлиев башланғысы менән уҙғарғайнылар. Ҡаланың төп ширҡәте башлығы 32 йәшлек егет үҙе тәмәке һәм хәмергә битараф, наркотик һатыусыларҙы бөтөнләй күрә алмай.

"Бөгөнгө уҡыусылар бер-нисә йылдан минең предприятиеға эшкә киләсәк. Миңә наркоман һәм алкоголиктар кәрәкмәй, "Салауатнефтеоргсинтез"- хәүефле эш урыны. Иҫерек эшсенең хатаһы арҡаһында завод менән бергә ҡаланы шартлатҡандарын теләмәйем",- тине Дамир Шәвәлиев матбуғат конференцияһында.

Башҡортостан наркокүҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала 5 мең самаһы наркоман теркәлгән. Башҡортостанда наркоманияға ҡаршы көрәш буйынса махсус программа ҡабул ителгән. Уға ярашлы алдағы 1-2 йылда наркомандар һанын 2004-се йыл менән сағыштырғанда 16-20 процентҡа кәметеү күҙаллана. Тик ниндәй алымдар менән быға өлгәшеп буласаҡ, әйтеүе ҡыйын.
XS
SM
MD
LG