Accessibility links

Кайнар хәбәр

Суицид осрағы иҫкәртелде


Волга буйының ҡотҡарыу отряды суицид осрағын иҫкәртте.

Унөсөнсө дауаханала дауаланыусы туғыҙынсы ҡаттан һикереп үҙ-үҙенә ҡул һалырға уйлаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, табиптар ауырыуҙы тынысландырып ҡараған, әммә ул өгөт-нәсихәттәрҙе тыңламаған. Дауаханаға ҡотҡарыусылар саҡыртыла.

Улар ерҙә мендәр эшләй. Туғыҙынсы ҡатҡа альпинистар күтәрелә. Бер альпинист ҡыйыҡтан ырғып ирҙе тотоп ала һәм улар икәүләшеп мендәргә килеп төшәләр. Суицидҡа барыусының Өфөлә йәшәүе һәм уға 31 йәш булыуы ғына билдәле. Ул үҙенең ни өсөн был аҙымға барыуын аңлата алмаған.
XS
SM
MD
LG