Accessibility links

Кайнар хәбәр

Йәшен 3 кешен ғүмерен өҙде


Йәшен ваҡытында кеҫә телефоны аша һөйләшеү арҡаһында Краснокама районында өс кешенең ғүмере фажиғәле өҙөлдө.

Ваҡиға Кама йылғаһы ярында була. Дауыл ваҡытында егерме биш йәштәге ҡыҙ кеҫә телефонын алып шылтырата. Көслө йәшен тап уның телефонын һуға. Һөҙөмтәлә, ҡыҙ кеше менән уның эргәһендәге ике малай ҙа һәләк була, яҡын тирәләге тағы ла биш кеше йәрәхәтләнә.

Краснокама районының граждандар оборонаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусыларҙың барыһының да шәхестәре асыҡланған. Йәрәхәтләнеүселәрҙең дүртеһе әлегә табиптар күҙәтеүе аҫтында.

Йәшен атмаһа, башҡа фажиғәләр ҙә табылып тора. Республикала һуңғы тәүлектә өс кешенең ғүмере һыуҙа өҙөлә. Баҡалыла алтмыш биш йәштәге ҡатын йылғаға батып үлә. Ошондай уҡ фажиғә Әлшәйҙә теркәлә. Ғафури районында егерме һигеҙ йәшлек егет Ағиҙел йылғаһында һәләк була.
Өфө ҡотҡарыусылары ла 40-45 йәштәге ир кешенең шәхесен асыҡлау менән шөғөлләнә. Уның мәйетен Дуҫлыҡ Монументы янындағы пляжда тапҡандар. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, ир кешенең Сипайлово яныда, Ҡариҙел йылғаһында батыуы ихтимал.

Йыл башынан республикала 79 кеше батып үлгән.
XS
SM
MD
LG