2 августа хөкөм язаларын башҡарыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәте буйынса баш ҡаланың матбуғат йорто туҡталышында героин һатырға ниәтләгән 27 йәшлек ир ҡулға алына. Ул махсус рәүештә 10-сы колониялағы хөкөм ителеүсегә героин тапшырыу өсөн Туймазы районынан килгән. Наркотик матдәне ул торт эсенә йәшереп индерергә уйлай.
Әммә был ниәт бойомға ашмай. Наркополицейскийҙар һәм хөкөм язаларын башҡарыу идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре уның юлын сикләй. Ҡулға алынған мәлдә енәйәтсе хоҡуҡ һаҡлаусыларға 150 мең һум күләмендә һуңынан тағы ла ошо тиклем үк аҡса тәҡдим итә. Тикшереүҙәр барышында енәйәтселә Дәүләт йыйылышы- ҡоролтайҙың үткән саҡырылыштағы депутаты ярҙамсыһы танытмаһы табыла. Бынан тыш уның наркотиктарҙы ҡулланыуы асыҡлана.
Экспертизанан һуң енәйәтсенән алынған героин 11 грамм йәғни 100 доза булыуы асыҡлана. Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уға ярашлы ҡулға алыныусы 8 йылдан алып егерме йылға тиклем иркенән мәхрүм ителергә һәм уға бер миллион һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал. Һуңынан асыҡланыуынса депутат ярҙамсыһы танытмаһын енәйәтсе ҙур суммаға һатып алған. Был хәл буйынса өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрелә.