Accessibility links

Кайнар хәбәр

Көнъяҡ Осетияға Мерседес юлға сыға


Көнъяҡ Осетияға гуманитар ярҙамдың икенсе колоннаһы Өфөнән ошо көндәрҙә юлға сыға.

Был турала республика буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында хәбәр ителде. Республика хөкүмәте ҡарары менән гуманитар катастрофа төбәгенә Мерседес маркалы микроавтобус ебәреләсәк. Ул Владикавказдан Цхинвалға ҡасаҡтар ташыу өсөн ҡулланыласаҡ.

Бынан тыш, Көньяҡ Осетияға канцелярия тауарҙары, электр ҡорамалдары, һәм көндәлек кәрәк-яраҡтар оҙатыласаҡ. Цхинвалға тәүге сәфәр ваҡытында беҙҙең республика вәкилдәре Башҡортостан һалдаттары менән дә осрашҡан. Икенсе колонна менән яҡташтарыбыҙға аҙыҡ-түлек һәм уларға кәрәкле әйберҙәр алып барыласаҡ.

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Владимир Лобода әйтеүенсә, колонна Өфөнән 23-сө августа юлға сығасаҡ. Республика ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡтың махсус иҫәбенә 4 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Барлығы Башҡортостандан Көнъяҡ Осетияға 20 миллион һумлыҡ йөк оҙатылған.
XS
SM
MD
LG