Сит ил ҡунаҡтары бөгөн Благоварҙа район һәм яуаплылығы сикләнгән “Благоварпластмасс” йәмғиәте етәкселеге менән осрашты. Республика хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаев менән осрашыуҙа Вьетнамдың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Буй Динь Зинь билдәләүенсә, Вьетнамдан Башҡортостанға туранан-тура тауар килтереүҙе ойоштороу, үҙ-ара эшҡыуарлыҡ даирәләре менән алышыу, ике яҡ өсөн дә отошло йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү был эш сәфәренең төп маҡсаты булып тора.
Вьетнам менән Башҡортостан араһында әле тауар әйләнеше 4 миллион доллар самаһы. Ике аралағы бәйләнештәргә этәргес биреү маҡсатында киләһе йыл өфөлә Вьетнам көндәре уҙғарыласаҡ.
Вьетнам менән Башҡортостан араһында әле тауар әйләнеше 4 миллион доллар самаһы. Ике аралағы бәйләнештәргә этәргес биреү маҡсатында киләһе йыл өфөлә Вьетнам көндәре уҙғарыласаҡ.