Accessibility links

Кайнар хәбәр

Парламентта электрон ҡултамғалар ҡулланыласаҡ


Дәүләт йыйылышы - ҡоролтай депутаттары парламент каникулдарынан һуң көҙгө сессияла эш башлай.

Яңы миҙгел алдынан парламент рәйесе Костантин Толкачев комитет етәкселәре менән осрашып киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Парламент рәйесе комитет етәкселәрен яңы тәғәйенләнгән дәүләт эшмәкәрҙәре менән дә таныштырҙы.

Декабрь айынан депутаттар документтарҙың электрон әйләнешен тәъмин итеүсе директум системаһы менән эшләй башлаясаҡ. Был программа электрон ҡултамғалар ҡулланыуҙы күҙаллай, тимәк депутаттарға яуаплылыҡ та өҫтәлә.

Константин Толкачев әйтеүенсә, депутаттар эшмәкәрлеге тәү сиратта Башҡортостан президентының дәүләт йыйылышы-ҡоролтайға хатына таянып ҡороласаҡ. Бынан тыш, көҙгө сессияла айырым хоҡуҡи документтарҙы үҙгәртеү һәм байтаҡ яңы закон проекттарын ҡабул итеү маҡсаты тора.
XS
SM
MD
LG