Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан гимнының һүҙҙәре яҙылды


Пушкин күргән телһеҙ башҡорттоң теле асылыр көн 18 сентябрҙә буласаҡ.

Тап ошо көндө Республика парламентында Башҡортостан гимнының һүҙҙәре ҡабул ителергә тейеш. Мөстәҡиллек йылдарында Башҡортсоатн герб һәм гимн тураһында ҡанун ижад иткәйне. Тик хәрби дирижер Фәрит Иҙрисовтың көйөнә яраҡлы бер шиғыр ҙа таба алманылар. Һөҙөмтәлә Башҡортостан 1999-сы йылдың 6 ғинуарынан бирле гимнды йырлайһы урынға һүҙҙәре булмағанлыҡтан көйләп кенә йәшәне.

Баҡтиһәң ошо йылдар эсендә 160 шиғыр тәҡдим иткәндәр, тик береһе лә республика илһөйрлеген сағылдыра алмаған. Дәүләт гимнының барыһына ла оҡшаған версияһын башҡортса депутат Рауил Бикбаев менән ғалим Рәшит Шәкүр ижад иткән. Шиғырҙы урыҫ теленә Фәрит Иҙрисов Светлана Чулаева ярҙамы менән тәржемәләгән. Махсус комиссияға тәржемә лә оҡшаған.

Республиканың дәүләт гимнының шиғыры барлыҡҡа килеүгә бәйле депутаттар 18 сентябрҙә көҙгө сессиялағы тәүге ултырышта Башҡортостандың дәүләт символикалары тураһындағы 122-се ҡанунына үҙгәрештәр индерәсәк.
XS
SM
MD
LG