Accessibility links

Башҡорт йәмәғәтселеге Рәсәй президенты аппаратына шик белдерә


Беренсе каналдың «Человек и закон» тапшырыуында Башҡортостан тураһында сюжет күрһәтелде.

Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы башҡарма комитеты уға тиҙ арала реакция белдерҙе һәм Рәсәй президенты Дмитрий Медведевҡа, хөкүмәт рәйесе Владимир Путинға һәм Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапотаға мөрәжәғәт проектын ҡабул итте.

Тапшырыу авторҙары һәм алып барыусы Пиманов күп милләтле республиканың социаль-иҡтисади тормошон һәм милләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тулыһынса белмәүен асыҡ күрһәтте, тиелә унда. Башҡортостанда үҙенә урын таба алмаған ҡайһы бер әҙәмдәр сюжетта бер ҡайҙа ла теркәлмәгән ойошмалар исеменән сығыш яһаны. Улар ҙур аҡсалар өсөн сәйәси авантюризмға барырға һәм республикаға төрлө бысраҡ яғырға әҙер, ти яҙыусы Хәсән Назар.

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырышында билдәләнеүенсә, оппозиция исеменән сығыш яһап улар шулай уҡ яғыулыҡ-энергетика комплексын үҙ ҡулдарына төшөрөргә теләүсе олигарх көстәрҙең ҡара эштәрен башҡара. Яғыулыҡ-энергетика комплексының күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы күптән инде билдәле. Шуға күрә лә улар административ ресурсты файҙаланып телевидение һәм киң мәғлүмәт саралары аша мәғлүмәт һуғышы башланы. «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов белдереүенсә, Швецов, Бигнов, Сидякин кеүек әҙәмдәргә лә күп милләтле Башҡортостандың тыныс тормошо һәм иҡтисади тотороҡлоғо оҡшамай.

Ҡоролтай вәкилдәре был сюжет һәм уның артында торған кешеләр милли-территориаль федерализмды тарҡатыуҙы, йәмәғәтселек алдында республика етәксегенең абруйын төшөрөүҙе маҡсат итеп ҡуя тип белдерҙе.
XS
SM
MD
LG